25 января 2021 07:01
Количество просмотров: 10
Әбйәлил районының барлыҡ мәктәптәрендә башланғыс кластарҙың ун көнлөгө бара. Бөгөн дә, ун көнлөктөң планына ярашлы, Байым урта мәктәбендә "Ер - дөйөм йортобоҙ!" девизы аҫтында күп саралар уҙҙы. 2-се кластар мәктәптең тирә-яҡты өйрәнеү музейында тыуған еребеҙҙе өйрәнеүсе ауылдашыбыҙ, коллегабыҙ Илдар Лоҡман улы Исламов тураһында мәғлүмәттәр алһа, 3-сө һәм 4-се кластар район турына үткән йәш эҙләнеүселәрҙең сығыштарын тыңланы. Шулай уҡ уҡыусылар һәр тәнәфес махсус булдырылған методик бүлмәлә төрлө ребус, кроссвордтар систе, "Минең тыуған ерем!" һүрәттәр күргәҙмәһе, лэпбуктар менән танышты. Көн " Үҙ ерем-алтын бишек!" темаһына экскурсия менән тамамланды. Урманда һәр класс ҡар бабай яһау конкурсында ярышып, күңелле уйындар уйнап, тыуған ерҙең саф һауаһынан көс, дәрт-дарман алып ҡайтты.