28 января 2021 11:01
Количество просмотров: 13
Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының Бәләкәй фәндәр академияһы сиктәрендә эҙләнеү эштәре һәм проекттар конкурсының мәктәп этабы үтте бөгөн беҙҙә. Үҙ эштәрен 5-6, 7-11 класс уҡыусылары тәҡдим итте. Күбеһенең тәүге эҙләнеү эше булыуға ҡарамаҫтан, бик етди әҙерләнгән балалар. Ныҡлы дәлилдәр, төплө һығымталар, сағыу миҫалдары менән ҡыуандырҙы улар баһалама ағзаларын.