12 февраля 2021 06:02
Количество просмотров: 15
11 февраль көнө Спорт һәм һаулыҡ айлығы сиктәрендә коньки ярышы ойошторолдо. Ябалаҡлап ҡар яуып торһа ла үҙ көсөн һынарға бик күп уҡыусылар килде. Көйәрмән атайҙар ең һыҙғанып боҙҙо ҡарҙан таҙарттылар, ә бәйгеселәр конькиҙарын көйләй торҙолар. Шулай итеп ярыш башланып китте. Балалар боҙҙо, конькиҙа йөрөүҙе бик ярата икән – шундай оҫта йөрөйҙәр, елдән етеҙ еләләр. Конькиҙар шыжлауынан, көйәрмәндәрҙең дәртләндереү ауаздарынан майҙан яңғырап торҙо. Кемдең ниндәй урын алыуын тиҙ арала белербеҙ.