Цветовая схема:
C C C C
Шрифт
Размер шрифта
A A A
Кернинг
1 2 3
Изображения:
  • 453611,РБ,Абзелиловский район, с.Баимово, ул.Школьная,22
  • 8(347-72)2-31-47
  • abroo08@yandex.ru

Новости

Атайҙар конференцияһы уҙҙы

Атайҙар конференцияһы уҙҙы Атайҙар конференцияһы уҙҙы Атайҙар конференцияһы уҙҙы Атайҙар конференцияһы уҙҙы Атайҙар конференцияһы уҙҙы Атайҙар конференцияһы уҙҙы Атайҙар конференцияһы уҙҙы Атайҙар конференцияһы уҙҙы Атайҙар конференцияһы уҙҙы Атайҙар конференцияһы уҙҙы Атайҙар конференцияһы уҙҙы Атайҙар конференцияһы уҙҙы Атайҙар конференцияһы уҙҙы Атайҙар конференцияһы уҙҙы Атайҙар конференцияһы уҙҙы

20 февраля 2021 10:02

Количество просмотров: 11

  19 февраль көнө беҙҙең мәктәптә “Атайҙар һүҙе – аҡылдың үҙе” темаһы аҫтында атайҙар конференцияһы үтте.  Атайҙар абруйын арттырыу, уларға ҡарата ихтирам тойғоһон тәрбиәләү, ата-әсәләрҙә үҙҙәренең ғаиләһе һәм йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойғоһон нығытыу сараның төп маҡсаты булып торҙо.

  Конференция уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән концерт менән башланып китте. Һәр номер килгән ҡунаҡтар күңеленә хуш килде, һәр сығыш көслө алҡыштарға күмелде. “Балалар тәрбиәләүҙә атай роле”, “Мәктәптә һәм ғаиләлә патриотик һәм физик тәрбиә биреүҙең әһәмиәте” темаһына фекер алышыуҙар бик фәһемле булды. Мәктәп директоры З.Ш.Зарипова уҡыу-уҡытыу, тәрбиә эше системаһындағы үҙгәрештәр, һуңғы яңылыҡтар, уңыштар менән таныштырҙы. Балалары һәм үҙҙәре мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙар грамоталар, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

 Конференция атайҙар командалары араһындағы волейбол ярышы менән тамамланды. Унда финалға сыҡҡан дүрт команда көс һынашты. Һөҙөмтәлә 2-се кластың атайҙар командаһы 1-се, 8-се класс командаһы 2-се, 6-сы класс командаһы 3-сө һәм 5-се класс командаһы 4-се урын алды.

  Конференцияға килеүселәргә барыһына ла рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Хөрмәтле ир-егеттәрҙе яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән тәбрикләйбеҙ, иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге теләп ҡалабыҙ!